Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.05.17

Рәсәй Хөкүмәтендә страховка пенсияһын алыу тәртибе ябайлаштырылды

Хөкүмәт страховка пенсияларын билдәләү өсөн страховка стажын иҫәпләү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерҙе. Атап әйткәндә, I төркөм инвалидын, инвалид баланы йәки 80 йәшкә еткән оло кешене тәрбиәләгән осорҙо раҫлауҙың ябайлаштырылған тәртибе күҙ уңында тотола, тип хәбәр итә ТАСС.

Министрҙар Кабинеты сайтында аңлатыуҙарынса, законда страховка стажына индереү һәм тейешле осорҙо раҫлау үҙенсәлектәрен билдәләгән положениелар бар. Шулай уҡ тулыраҡ иҫәпте тәьмин итеү өсөн дәлилләүсе мәғлүмәт йыйыу ҡағиҙәләре үҙгәрә.

«I төркөм инвалидын, инвалид баланы йәки 80 йәшкә еткән оло кешене тәрбиәләгән осорҙо раҫлауҙың ябайлаштырылған тәртибе билдәләнгән. Ошо осорҙарҙы шәхси иҫәп мәғлүмәттәре менән дәлилләү ҡаралған», тиелә документта. Мәғлүмәттәр тәрбиәләге кешенең пенсия тәьминәте өсөн яуаплы органдың ҡарары буйынса индерелә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

{podcenter}