Яңылыҡтар

28.04.17

1 һәм 9 майҙа республикала почта эшләмәй

Рәсәй почтаһы байрам көндәрендә эш графигы тураһында хәбәр итте. 1 һәм 9 майҙа бөтә почта бүлексәләре лә ял итә. Йәкшәмбе, 30 апрелдә, һәм дүшәмбе, 8 майҙа, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымталары менән ҡулланыусылар графикты аныҡлай йәки картала яҡын-тирәләге асыҡ почта бүлексәһен таба ала. Ҡушымта iOS, Android, Windows Phone нигеҙендәге мобиль ҡоролмалар өсөн эшләнгән.