Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

07.06.17

2017 йылда төбәктә заманса ҡала мөхите булдырыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

2017 йылда «Заманса ҡала мөхите булдырыу» өҫтөнлөклө проектын финанслауҙың дөйөм күләме 1 миллиард 32 миллион һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 856,64 миллион һум, республика бюджетынан 175,45 миллион һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Быйыл бөтәһе 354 йорт ихатаһын (604 күп фатирлы йортто иҫәпкә алып) һәм 35 йәмәғәт биләмәһен (15 паркты, биш скверҙы, өс майҙанды, алты йәйәүлеләр зонаһын, ике йәмәғәт биләмәһен, бер аллеяны, яр буйын, спорт майҙансығын һәм транспорт инфраструктураһы биләмәһен) төҙөкләндереү күҙаллана.

Өҫтөнлөклө проектта 23 муниципаль берәмек ҡатнаша. Бөгөнгә уларҙың һәммәһе лә йәмәғәт тикшереүҙәре үткәргән, һөҙөмтәләр буйынса төҙөкләндерелергә тейешле ихаталарҙың һәм йәмәғәт биләмәләренең исемлеге төҙөлгән һәм муниципаль программалар раҫланған.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: өҫтөнлөклө проект 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән. 2018 йылдан башлап төҙөкләндереү программаһында республиканың меңдән ашыу кеше йәшәгән барлыҡ тораҡ пункттары ҡатнаша.

«Заманса ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы тәҡдиме буйынса башланды. Ул  ҡала биләмәһен комплекслы үҫтереүгә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, күмәк ял өсөн уңайлы урындар булдырыуға йүнәлтелгән. Өҫтәүенә граждандар тораҡ пунктта проектты тормошҡа ашырыуҙың аҙаҡҡы планына инәсәк объекттар исемлеге тураһында ҡарарҙы үҙҙәре ҡабул итә.

6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

{podcenter}