Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

14.06.17

Башҡортостанда иң яҡшы урман ҡырҡыусылар асыҡланды

Республиканың Белорет районы биләмәһендә урман йығыусылар араһында «Урман ҡырҡыусы-2017» Рәсәй чемпионатының төбәк ярыштары уҙҙы.

Алдан чемпионат тамашасыларһыҙ уҙа һәм урман оҫталарының эшен бер кем дә күрмәй ине. Быйыл конкурсты һабантуй менән бер үк ваҡытта уҙғарырға ҡарар ителде һәм байрам ҡунаҡтары урман ҡырҡыусыларҙың виртуоз эшен үҙ күҙҙәре менән күрә һәм баһалай алды.

Конкурс йомғаҡтары буйынса шәхси зачетта «Әмзә урман комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән Николай Калинин еңеүсе булды. Команда зачетында беренсе урынға – «Әмзә урман комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, икенсе урынға – «Ҡариҙел урман сәнәғәтселәре союзы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, өсөнсөгә «Башҡортостан урман сәнәғәте» урман әҙерләү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лайыҡ булды.

Төбәктең йыйылма командаһы 17-19 июндә Карелия Республикаһы Петрозаводск ҡалаһында Рәсәй чемпионатында Башҡортостанды яҡлаясаҡ. Бөтә Рәсәй чемпионатында еңеүселәр халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

{podcenter}