Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.06.17

Рәсәйҙәрҙең 2018 йылда нисек ял итәсәге билдәле булды

Хеҙмәт министрлығы рәсәйҙәрҙең 2018 йылда нисек ял итәсәген билдәләне. Документ норматив-хоҡуҡи акттар проекттары порталында баҫылған.

Йыл дауамында илебеҙ халҡын бер нисә оҙайлы каникул көтә. Беренсенән, киләһе йылда Яңы йыл каникулдары 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем дауам итә. Байрам көндәре — шәмбе, 6 ғинуар һәм йәкшәмбе, 7 ғинуар — 9 мартҡа һәм 2 майға күсерелә.

Яңы йылдағыһынан тыш февраль каникулдары көтөлә — 23-нән 25-нә тиклем, мартта — 8-нән 11-нә ҡәҙәр, майҙа — 29 апрелдән 2 майға тиклем.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Еңеү көнөндә — ял бер генә көн, 9 май шаршамбыға тура килә.

Июндә өс ял көнө көтөлә — 10-нан 12-нә тиклем, ноябрҙә иһә 3-нән 5-нә ҡәҙәр.

Шулай уҡ шәмбе 28 апрелдәге, 9 июндәге һәм 29 декабрҙәге ял көндәрен дүшәмбе 30 апрелгә, 11 июнгә һәм 31 декабргә күсереү күҙаллана.

«Российская газета» баҫмаһы яҙыуынса, 2018 йылда рәсәйҙәр 28 өҫтәмә ял көнө аласаҡ. Ысынында иһә был — икенсе отпуск.

{podcenter}