Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

22.06.17

Башҡортостанда төбәк инвестиция проекттары өсөн табышҡа һалым буйынса ставкалар кәметелде

Башҡортостанда төбәк инвестиция проекттары өсөн табышҡа һалым буйынса ставкалар кәметелде. Документҡа төбәк инвестиция ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса саралар сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Закон бер төркөм проекттар өсөн табышҡа һалыу буйынса төбәк ставкаһын 17 проценттан 10 процентҡа ҡәҙәр кәметеүҙе күҙ уңында тота.

Бындай өҫтөнлөк яңы төр тауарҙар етештереү маҡсаты булған 50 миллион һумдан күберәк инвестициялар күләме менән проекттарға ҡарата бирелә. Уларға үҙ составында төбәктән ситтә айырым бүлексәһе булмаған төбәк биләмәһендә генә бер ҡатнашыусы тарафынан тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары ҡарай.

Бынан тыш, проект коммерцияға ҡарамаған, страховкалау йәки финанс ойошма тарафынан ғәмәлгә ашырылмаҫҡа һәм айырым иҡтисади зона йәки йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә инмәҫкә тейеш.

Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙан табыш ойошманың бөтә табышынан 90 проценттан кәм булмауы шарт.

{podcenter}