Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

23.06.17

23 июндә Башҡортостанда эш көнө ҡыҫҡармай

25 июндә мосолмандарҙың изге Ураҙа байрамын билдәләү уңайынан 23 июндәге эш көнө ҡыҫҡармай.

Төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, быйыл Ураҙа байрамы йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Шул рәүешле ял көнө йәкшәмбе — 25 июндән дүшәмбе — 26 июнгә күсә. Йома, 23 июндә, эш көнө ҡыҫҡармай.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2017 йылдың 24, 25 һәм 26 июне ял көндәре булып тора.

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 25 июндәге байрам көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

{podcenter}