Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

29.06.17

Йәмғиәттең талабы - Башҡортостан Республикаһында һайлауҙарҙың лайыҡ ойошторолоуы – Рөстәм Хәмитов

28 июндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов көн элгәре яңы составында эш башлаусы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге менән осрашты. Осрашыуҙа республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, уның урынбаҫары Марат Ғаҙилов һәм секретары Марина Долматова ҡатнашты. Алдағы һайлауҙарға әҙерлек, территориаль һайлау комиссияларының эшен камиллаштырыу, сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.

— Йәмғиәттең һайлауҙар процесына, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы нимә эшләгәненә бөгөн ни тиклем ҙур иғтибар йүнәлткәнен аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең бурысығыҙ – бер кемдең дә был мөһим процедураларҙың намыҫлы уҙыуына шиге ҡалмаһын өсөн ошо һайлауҙарҙы асыҡ, бер ниндәй серһеҙ уҙғарыу.

Быйыл республикала бер нисә муниципаль һайлауҙар үтә, 2018 йылда – Рәсәй Федерацияһы Президентын, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙар. Айҙар Вәлиевтың һүҙҙәренсә, ошо һайлауҙарҙа ҡулланыласаҡ яңы нәмәләр иҫәбендә – һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын, участка һайлау комиссияларының протоколдарында QR-кодтарын файҙаланыу. Бөтә участка һәм территориаль һайлау комиссиялары ла видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырыласаҡ.

— Тағы ла бер ҡат ҡабатлап әйтәһем килә, Башҡортостан Республикаһында һайлауҙар лайыҡлы ойошторолоуына бер кемдең, бер ниндәй шарттарҙа саҡ ҡына ла шиге булмаһын өсөн һайлауҙар ныҡ намыҫлы рәүештә ойошторолорға тейеш. Был беҙҙең юлыбыҙ, талабыбыҙ һәм йәмғиәт, республика граждандары талабы. Был эшкә бик етди ҡарарға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Минең ҡарашҡа, Үҙәк һайлау комиссияһының эше был йәһәттән, әлбиттә, хәл иткес ролде уйнай. Һеҙҙең ошо эште нисек көйләүегеҙгә, территориаль үҙәк һайлау комиссиялары алдында ниндәй маҡсат һәм бурыс ҡуйыуығыҙға, кешеләрҙе нисек һайлап алыуға бөтә нәмә бәйле.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

{podcenter}