Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

03.07.17

Нефтекамала ихаталарҙы төҙөкләндереү барышын тура эфирҙа күҙәтергә мөмкин

Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә муниципалитеттар ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса видеотрансляция башланы.

Был хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Әле республиканың интерактив картаһында Өфөлә һәм Нефтекамала реаль ваҡыт режимында трансляция алып барыла.

Ихаталарҙағы видеокамераларҙан эштәр барышын ҡарау өсөн өҫкө панелдә ҡаланы һайлап, картала «Ихаталарҙы ремонтлау» категорияһын билдәләргә кәрәк.

«Башинформ» алдан хәбәр иткәнсә, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу барышында ихата эстәрен, йәмәғәт биләмәләрен, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү күҙаллана. Республика хөкүмәте аҡса биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләрен, шулай уҡ аҡсалата түләүҙәрҙе алыусылар исемлеген әҙерләгән һәм раҫлаған.

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн федераль ҡаҙнанан — 856 миллион, республика бюджетынан 178 миллион һум аҡса бүленгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}