Яңылыҡтар

04.07.17

Башҡортостан халҡы уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙы контролдә тота ала

Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы әҙерләүселәр менән бергә граждандарҙы тейешле өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуға һәм контролдә тотоуға йәлеп итеү өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһына «Уңайлы ҡала мөхитен» модулен индерҙе. Был модулдә ҡала мөхитен төҙөкләндереү буйынса төбәк һәм муниципаль программалар буласаҡ.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы — торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр баҙарында ҡатнашыусыларҙы берләштергән берҙәм федераль үҙәкләштерелгән мәғлүмәт системаһы. Системала торлаҡ фонды, коммуналь хеҙмәттәргә билдәләнгән хаҡтар һәм тарифтар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге килешеүҙәр, коммуналь һәм инженер инфраструктуралары объекттары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын миҙгелле файҙаланыуға әҙерлек тураһында мәғлүмәт бар.

Системаның рәсми сайтында граждандар онлайн режимында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпте ҡарай һәм түләй, иҫәп алыу приборҙары күрһәткестәрен тапшыра, йәмәғәт тауыш биреүендә ҡатнаша, электрон төрҙә идаралыҡ һәм ресурс менән тәьмин итеү килешеүҙәрен төҙөй ала.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр баҙарында ҡатнашыусылар 1 июлгә тиклем системала теркәү үтергә тейеш ине. Мәғлүмәтте урынлаштырмаған өсөн административ яуаплылыҡ 2018 йылдың 1 ғинуарынан башлана. Вазифалы кешеләр өсөн штраф — 30 мең, юридик берәмектәр өсөн иһә 200 мең һум тәшкил итә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.