Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.07.17

Эшләгән пенсионерҙар пенсияны яңы ҡағиҙәләр буйынса аласаҡ — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды

2018 йылдың ғинуарынан пенсияның тулы күләме бөтә индексацияларҙы иҫәпкә алып пенсионер эштән киткән айҙан һуң 1-сө көндән алып түләнә. Был 2017 йылдың 1 июлендә «Страховка пенсиялары тураһында»ғы Федераль закондың 26.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль законды ҡабул итеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

2016 йылдан эшләгән пенсионерҙар страховка пенсияһын һәм уға билдәләнгән түләү ала. Индексация быға ҡағылмай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатҡандан һуң уларға бөтә индексацияларҙы иҫәпкә алып тулы күләмдә пенсия түләнә.

Әлеге ваҡытта, пенсия ҡануниәтенә ярашлы, эш биреүсе Рәсәй Пенсия фондына мәғлүмәттәрҙе ваҡытында биргән осраҡта эштән киткәндән һуң өс ай үткәс пенсияның индексацияһы тергеҙелә һәм ул тулы күләмдә түләнә башлай. Яңы закон пенсионерға эштән киткән айҙан һуң 1-се көндән алып пенсия алырға мөмкинлек бирә.

Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, пенсияның тулы күләме түбәндәгесә түләнә.

Мәҫәлән, пенсионер март айында эштән китте, ти. Апрелдә Рәсәйҙең Пенсия фондына эш биреүсенән пенсионерҙың эшләүе хаҡында отчет килә. Майҙа Фонд пенсионерҙың эшләмәүе тураһында отчет ала. Июндә Пенсия фонды индексацияны тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм июлдә пенсионерға тулы күләмдәге пенсия, шулай уҡ алдағы өс ай — апрель, май, июнь өсөн пенсияның элекке һәм яңы күләме араһындағы аҡсалата айырма түләнә. Йәғни пенсионер эштән киткәндән шул уҡ өс ай эсендә тулы пенсияһын ала башлай, ләкин ошо өс ай компенсацияланасаҡ.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 200 меңдән ашыу пенсионер эшләй. Уларҙың иң өлкәненә 93 йәш.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}