Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

11.07.17

Башҡортостанда Күп функциялы үҙәктәр эшҡыуарҙар өсөн Асыҡ ишектәр көнөн уҙғара

Башҡортостанда 13 июлдә «Минең документтарым» хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге бүлектәре эшҡыуарҙар өсөн Асыҡ ишектәр көнөн уҙғара. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарҙар Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт белгестәренән план һәм пландан тыш тикшереүҙәр тәртибе, юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға мотлаҡ талаптарҙы боҙоу хаҡында киҫәтеү биреү, күп осраҡта санитар-эпидемиологик талаптарҙы боҙоуҙар, Таможня союзының техник регламент талаптары, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә норматив-хоҡуҡи акттарҙы боҙоуҙар тураһында мәғлүмәт аласаҡ.

Акция 13 июлдә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем киләһе офистарҙа үткәрелә:

Өфө ҡалаһы, М.Рыльский урамы, 2/1,

Күмертау ҡалаһы, Ғафури урамы, 35,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 83,

Бәләбәй ҡалаһы, Революционерҙар урамы, 3,

Туймазы ҡалаһы, С.Юлаев урамы, 69а,

Нефтекама ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 59,

Октябрьский ҡалаһы, Кортунов урамы, 15,

Бөрө ҡалаһы, Корочкин урамы, 4,

Дәүләкән ҡалаһы, Еңеү урамы, 5,

Белорет ҡалаһы, Бишенсе Июль урамы, 3,

Сибай ҡалаһы, Горький урамы, 74,

Салауат ҡалаһы, Ленин урамы, 11,

Мәсәғүт ағылы, И.Усов урамы, 3.

Күп функциялы үҙәктең бәйләнеш-үҙәге телефоны: (347)246-55-33.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

{podcenter}