Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.07.17

Республикала август кәңәшмәһен уҙғарыу датаһы һәм урыны билдәле булды

12 августа Өфөләге Конгресс-холда республика август кәңәшмәһе үтә. Кәңәшмәнең темаһы — «Башҡортостан Республикаһында тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу». Уның эшендә министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм урта махсус уҡыу йорто директорҙары, хакимиәт башлыҡтары һәм уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, профсоюз ойошмалары рәйестәре, ҡала һәм райондарҙың халыҡ мәғарифы бүлектәре етәкселәре, уҡытыусылар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә төрлө йүнәлештәр буйынса дискуссия майҙансыҡтары ойошторола. Атап әйткәндә, республикала тәрбиә биреү системаһы, заманса белем биреү шарттарында бәлиғ булмағандарҙы социалләштереү буйынса иҫкәртеү, белем биреү сифатын баһалауҙың милли-төбәк системалары органдарының үҙ-ара эш итеү, һөнәри белем биреү ойошмаларында тәрбиәүи эш мәсьәләләрен тикшереү, шулай уҡ «Университет 3.0» семинар-кәңәшмәһен уҙғарыу ҡаралған.

Бынан тыш, өҫтәмә белем биреүгә арналған күргәҙмәләр эшләй.

Дискуссия майҙансыҡтары иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана, пленар ултырыш көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем дауам итә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

{podcenter}