Яңылыҡтар

13.07.17

Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй гражданлығын ҡабул иткәндә ант тексын раҫланы

Дәүләт Думаһында сит ил кешеләренең Рәсәй гражданлығын ҡабул иткәндә ант индереү тәҡдимен хупланылар.

Антты 18 йәше тулған һәм Рәсәй гражданлығын алырға теләүселәр бирергә тейеш буласаҡ. Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын ант тексын уҡығандан һуң тапшырыу күҙаллана, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

«Мин, үҙ иркем менән Рәсәй Федерацияһы гражданлығын аңлы рәүештә ҡабул итеп, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм ҡануниәтен, уның граждандарының хоҡуҡтарын һәм иркен, дәүләт һәм йәмғиәт мәнфәғәтендә Рәсәй Федерацияһы гражданы бурыстарын үтәргә, Рәсәй Федерацияһы азатлығын һәм бойороҡһоҙлоғон яҡларға, Рәсәйгә тоғро булырға, уның мәҙәниәтен, тарихын һәм йолаларын хөрмәт итергә ант итәм», — тиелә ант тексында.

Үҙгәрештәр «Рәсәй Федерацияһы гражданлығы тураһында»ғы законға төҙәтмәләрҙе хуплаған осраҡта ошо йылдың 1 сентябренән үҙ көсөнә инәсәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.