Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Башҡортостанда ваҡытынан алда тауыш биреү башланды

2 сентябрҙә Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡ депутаттарын һайлауҙа ваҡытынан алда тауыш биреү башланды. Ул 12 сентябргә тиклем дауам итә.

02.09.15
Быйыл Башҡортостанда туғыҙ меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған

Быйыл Башҡортостанда туғыҙ меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған. «Роспотребнадзор»ҙың республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, туғыҙ меңдән ашыу граждан талпан ҡаҙалыу сәбәпле медицина ойошмаһына мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың өс меңгә яҡыны — балалар. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо уҡ осорҙа 11 меңдән ашыу кеше теркәлгән.

27.08.15
Башҡортостанда йыл башынан эштән бушатылған һәр икенсе кеше эшкә урынлашҡан

Башҡортостанда яҡынса 18 мең хеҙмәткәргә эшенән бушатылыу хәүефе янай. Яҡын арала шуларҙың ете меңе эшһеҙ ҡалыуы ихтимал. Республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тулы көн эшләмәгән һәм административ ялда булыусылар хәүеф төркөмөнә инә.

06.08.15
1 августан Башҡортостанда капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе тотҡарлаған өсөн пеня һалына башлай

Рәсәй Торлаҡ кодексының 155-се статьяһына ярашлы, капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе тотҡарлаған йәки тулыһынса түләмәгән күп фатирлы йорттағы милекселәр капиталь ремонтлау фондына пеня түләргә тейеш.

03.08.15
Башҡортостанда ата-әсәләр балаларҙың наркотиктарға бирешеүсәнлеген асыҡлай ала

Башҡортостанда ата-әсәләр балаһының наркотиктар ҡулланыуға бирешеүсәнлеген асыҡлай ала. Бының өсөн уларға «Сәләмәт ғаилә» наркоманияны иҫкәртеү буйынса проект сиктәрендә әҙерләнгән тест үтергә кәрәк.

28.07.15
Башҡортостанда — яңы иҡтисади үҫеш министры

Сергей Новиков Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры вазифаһына тәғәйенләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның тәғәйенләнеүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

20.07.15
Башҡортостан халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Волга буйы федераль округында 12-се урынды биләй

Башҡортостан халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында 12-се урынды биләй. Дөйөм майҙандан бер кешегә 23,7 квадрат метр тура килә. «Росстат»тың төбәк органы 2014 йылдың һуңына билдәле булған мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. Уҙған йылда был күрһәткес 2,6 процентҡа артҡан.

16.07.15
Өфөлә БРИКС саммитының төп саралары башлана

Бөгөн Өфөлә саммиттарҙың төп саралары, шул иҫәптән БРИКС-тың профсоюз ойошмалары вәкилдәре һәм Эшлекле совет менән осрашыуҙар ҡаралған. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, саммиттың программаһы аҙ һәм күп кеше ҡатнашлығындағы ике сессияны күҙ уңында тота. Тәүгеһендә дәүләт башлыҡтары мөһим донъяуи мәсьәләләр, шул иҫәптән Украиналағы, Грециялағы хәлдәр һәм «Ислам дәүләте» террористик төркөмөнә ҡаршы көрәш буйынса фекер алышырға ниәтләй.

09.07.15
Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади картаһында лайыҡлы урын биләй» Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/745909/

Башҡортостан — Рәсәйҙең иҡтисади картаһында лайыҡлы урын биләгән бай, уңышлы республика, шуға күрә өс йыл элек ҡалабыҙға, республикабыҙға Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарын үткәреү хоҡуғы бирелде. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарының халыҡ-ара матбуғат үҙәгендә журналистар өсөн ойошторолған брифингта белдерҙе.

 

07.07.15
Башҡортостанда һанлы телевидение күрһәтә башланы

Башҡортостан халҡы телеканалдарҙы һанлы сифат менән һәм бушлай ҡарай алыу мөмкинлегенә эйә булды. 2 июлдә Белоретта Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәренең тәүге объекты сафҡа индерелде.

03.07.15
Бөгөн — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө

22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланды. 30 миллиондан ашыу Рәсәй халҡы һәләк булды, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә меңе концлагерҙа яфа сикте һәм тылда аслыҡтан интекте, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөлгөнлөк  әллә күпме кешенең ғүмерен алып китте.

22.06.15
1 июлдән республикала электр энергияһына хаҡтар арта

1 июлдән Башҡортостанда электр энергияһына тарифтар күтәрелә. Үҙгәрештәр республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты Ҡарарына ярашлы көсөнә инә.

17.06.15
Йыл башынан Башҡортостандың дәүләт бурысы 0,9 миллиард һумға кәмегән

1 майға республиканың дәүләт бурысы 23,7 миллиард һум тәшкил иткән, был йыл башына ҡарағанда 0,9 миллиард һумға кәмерәк. Республика Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бурыс структураһында бурыстарҙың бөтә төрҙәре лә күрһәтелгән. 28,1 процент — бюджет кредиттарына, 70 процент самаһы баҙар бурысына (дәүләт облигациялары һәм банк кредиттары) тура килә.

10.06.15
Нефтекаманың «Торос» клубы яңы һөжүмсе менән килешеү төҙөнө

Нефтекаманың «Торос» клубы Ҡаҙағстандың «Һары арҡа» командаһы бомбардиры Егор Шастин менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Клубтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килешеү бер йылға иҫәпләнгән.

03.06.15
Республикала халыҡтың килеме һәм уларҙың һатып алыу һәләте кәмей

Башҡортостанда беренсе кварталда халыҡтың килеме, былтырғы менән сағыштырғанда, өс процентҡа, Рәсәй буйынса 1,4 процентҡа кәмегән. «Росстат»тың төбәк органы мәғлүмәттәре буйынса, республикала йәшәүселәрҙең йән башына уртаса килеме айына 21,2 мең һум, Рәсәй буйынса 25,2 мең тәшкил иткән.

29.05.15
Рәсәй көнөндә республика халҡы өс көнлөк ял көтә

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 12 июнь — Рәсәй көнө — байрам һәм ял көнө булып тора.

27.05.15
Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Башҡортостан урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителде. Республиканың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, ул төбәк Хөкүмәтенең бойороғона ярашлы ғәмәлдә буласаҡ.

20.05.15
Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығында идара итеүсе ойошмаларҙың бөтә Рәсәй рейтингы лидерҙары исемлегенә инде

Белгород өлкәһе (уртаса балл — 40,86), Башҡортостан (38,54) һәм Ленинград өлкәһе (37,21) торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында һөҙөмтәле идара итеүсе ойошмаларҙың һаны буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы өс субъекты исемлегенә инде. 2014 йылға идара итеүсе ойошмалар, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре һәм торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау буйынса бөтә Рәсәй рейтингын Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды төҙөгән. Йомғаҡтар фондтың сайтында бирелгән.

05.05.15
Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы уйынсыларын һәм етәкселеген еңеүҙәре менән ҡотланы

23 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей командаһының баш тренеры Константин Полозов менән телефон аша һөйләште. Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов спортсыларҙы Рәсәйҙең Юғары хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотланы, яҡшы һөҙөмтә өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы миҙгелдә уңыштар теләне.

24.04.15
Республикала йәшелсәгә, еләк-емешкә, сырға һәм йомортҡаға хаҡтарҙың төшә

Март айынан Башҡортостанда йәшелсәгә, еләк-емешкә һәм ҡайһы бер һөт аҙыҡтарына хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән. Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты һуңғы дүрт аҙна дауамында хаҡтарҙың артыу динамикаһы кәмей башлауын билдәләй. Шул рәүешле хаҡтар тотороҡлана бара. Ғинуарҙа аҙыҡ-түлеккә ҡулланыусылар хаҡтары индексы 104,5 процент булһа, март йомғаҡтары буйынса алдағы айға ҡарата 101,7 процент тәшкил иткән.

20.04.15
Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса айлыҡ үткәрелә

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса 27 апрелдән 27 майға тиклем республикала дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа һәм ундағы яһалма ҡоролмаларҙа, шулай уҡ юл буйҙарында төҙөкләндереү, санитар-техник хәлде яҡшыртыу, тәртип урынлаштырыу буйынса айлыҡ үткәрелә.

10.04.15
Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеүе билдәләнә

Ғинуар-февралдә республикала халыҡ һаны 2229 кешегә кәмегән. Башҡортостанстат тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеүҙе теркәгән.

06.04.15
Башҡортостанда 2018 йылға тиклем авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программа раҫланды

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2015-2018 йылдарға Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика адреслы программаһы раҫланды.

02.04.15
Башҡортостандың Кадастр палатаһы яңы вәкәләттәргә эйә буласаҡ

1 майҙан Росреестрҙың Башҡортостан буйынса кадастр палатаһы филиалы яңы вәкәләттәргә эйә буласаҡ. Учреждение Хоҡуҡтарҙың берҙәм дәүләт реестрынан күсемһеҙ милеккә һәм уның менән килешеү үткәреүгә  мәғлүмәттәр бирә ала. Был хаҡта Росреестр сайтында хәбәр ителә.  

30.03.15
23 мартта Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башлана

23 марттан 24 апрелгә тиклем Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башлана. Унда ҡатнашыу өсөн 200-гә яҡын уҡыусы ғариза биргән. БДИ-ны уҙған йылдарҙағы һәм быйылғы сығарылыш уҡыусылары бирәсәк.

20.03.15

Бит : << 8 9 10 11 12 13 14 15 16 >>
{podcenter}