Яңылыҡтар

26.07.17
Беҙ мәнфәғәттәрҙең конфликтын юҡҡа сығарыу йәһәтенән эшләйбеҙ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса эште координациялау комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Ул мәнфәғәттәрҙең конфликтын асыҡлауға һәм уға юл ҡуймауға арналды.

25.07.17
Башҡортостан тәүге ярты йыллыҡта ышаныслы, иҡтисади үҫеш менән эшләне — Рөстәм Хәмитов

2017 йылдың тәүге алты айында республика ышаныслы, иҡтисади үҫеш менән эшләне, тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Россия 24» телеканалдарына интервьюһында.

24.07.17
Константин Толкачев Краснодарҙа «Ҡала мөхите» форумында берҙәм рәсәйҙәрҙең делегацияһын етәкләне

Краснодарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡала мөхитен, илдәге ҡалаларҙың йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса «Ҡала мөхите» форумы эшләй башланы.

21.07.17
Республикала ЮХХДИ «йома» рейдтарын үткәрә

Йома көндө ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан биләмәһендә традицион рейдтар уҙғара. Иҫкәртеү саралары Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм уларға юл ҡуймауға йүнәлтелгән.

20.07.17
Төбәк халҡы «Рособрнадзор»ға берҙәм дәүләт имтиханын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ебәрә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр 11 августҡа тиклем берҙәм дәүләт имтиханын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр ебәрә ала. Улар ege2018@obrnadzor.gov.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.

19.07.17
Республикала аҙыҡ-түлек арзанайҙы

Республикала ҡулланыусылар кәрзинендә булған күпселек аҙыҡ-түлек арзанайҙы.

18.07.17
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса йорт һатып алыу ябайлашты

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһын тормошҡа ашырыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде.

17.07.17
Башҡортостанда почта гәзит-журналдарҙы таратыуға тарифтарҙы арттырманы

Рәсәй почтаһы сираттағы яҙылыу кампанияһына тарифтарҙы арттырманы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың федераль почта элемтәһе идаралығында. 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына подписка башланды ла инде. «Бынан тыш, Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы исемлегендәге баҫмаларҙы таратыуға һиҙелерлек ташлама  яһала — 20-25%. Уға республикалағы ике йөҙләгән гәзит-журнал инә», — тип иҫкә төшөрҙөләр почта элемтәһе идаралығында.

14.07.17
Республика Башлығы алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса кәңәшмә үткәр&#

Республика Хөкүмәте Йортонда Башҡортостан Башлығы төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса ғәмәлдәге даими координация кәңәшмәһенең киңәйтелгән ултырышын уҙғарҙы. Ул алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү буйынса ҡабул ителгән сараларға арналды.

13.07.17
Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй гражданлығын ҡабул иткәндә ант тексын раҫланы

Дәүләт Думаһында сит ил кешеләренең Рәсәй гражданлығын ҡабул иткәндә ант индереү тәҡдимен хупланылар.

12.07.17
Республикала август кәңәшмәһен уҙғарыу датаһы һәм урыны билдәле булды

12 августа Өфөләге Конгресс-холда республика август кәңәшмәһе үтә. Кәңәшмәнең темаһы — «Башҡортостан Республикаһында тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу». Уның эшендә министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм урта махсус уҡыу йорто директорҙары, хакимиәт башлыҡтары һәм уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, профсоюз ойошмалары рәйестәре, ҡала һәм райондарҙың халыҡ мәғарифы бүлектәре етәкселәре, уҡытыусылар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

11.07.17
Башҡортостанда Күп функциялы үҙәктәр эшҡыуарҙар өсөн Асыҡ ишектәр көнөн уҙғара

Башҡортостанда 13 июлдә «Минең документтарым» хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге бүлектәре эшҡыуарҙар өсөн Асыҡ ишектәр көнөн уҙғара

10.07.17
Эшләгән пенсионерҙар пенсияны яңы ҡағиҙәләр буйынса аласаҡ — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды

2018 йылдың ғинуарынан пенсияның тулы күләме бөтә индексацияларҙы иҫәпкә алып пенсионер эштән киткән айҙан һуң 1-сө көндән алып түләнә. Был 2017 йылдың 1 июлендә «Страховка пенсиялары тураһында»ғы Федераль закондың 26.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль законды ҡабул итеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.