Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

19.08.16

2017 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханы расписаниеһы билдәле булды

2017 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханы расписаниеһы билдәле булды. Төп этап 26 майҙан 30 июнгә тиклем уҙа. 14 марттан 7 апрелгә тиклем имтиханды ваҡытынан алда тапшырырға мөмкин. Расписаниеның проектын Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт әҙерләгән.

Имтихандарҙы ваҡытынан алда һәм төп этапта тапшырырға була. Үткән йылдағы кеүек үк «июль тулҡыны» ҡаралмаған.

Ғәҙәттәгесә, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн айырым көн билдәләнгән.

Бынан тыш, айырым уҡыу предметтары буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын һәм дәүләт сығарылыш имтиханын үткәреү өсөн резерв ваҡыт менән бер рәттән бөтә фәндәр буйынса имтихан үткәреү өсөн өҫтәмә резерв көн ҡаралған. Ул теге йәки был сәбәп буйынса төп йә иһә резерв көндә ҡатнаша алмаған уҡыусылар өсөн кәрәк.

31 авгусҡа тиклем ведомство repina@obrnadzor.gov.ru электрон адресына расписаниеның проектына тәҡдимдәр ҡабул итә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.