Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

18.08.16

Берҙәм тауыш биреү көнөнә тиклем теүәл бер ай ҡалды

Берҙәм тауыш биреү көнөнә тиклем теүәл бер ай ҡалды. 18 сентябрҙә илдә һайлау участкалары асыла һәм тауыш биреү башлана. 2016 йыл — етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау йылы.

Дәүләт Думаһы менән бер рәттән, республикала урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлау уҙғарыла. Атап әйткәндә, Межгорье ҡалаһынан тыш, һигеҙ ҡала округтары Советына (Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө); 54 муниципаль район һәм 10 ҡала биләмәһе Советтарына (Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Яңауыл); Асҡын, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Нуриман, Салауат райондарындағы 41 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау була. 2-се Инорс бер мандатлы һайлау округы һәм 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау планлаштырыла.

Дәүләт думаһына һайлау ҡатнаш система буйынса уҙғарыла: 225 депутат — партия исемлеге, 225-е бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа алты бер мандатлы округтар буйынса 50 кандидат теркәлгән. Бер урынға 8-9 кеше дәғүә итә.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙа теркәү тамамланды. Ике округ буйынса 10 кандидат күрһәтелгән, Дәүләт Йыйылышында ике урынға һигеҙ дәғүәсе теркәлгән.

Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙа 4849 кандидат теркәлгән. Улар 1777 мандатҡа дәғүә итә.

Бөтәһе 5276 кандидат тәҡдим ителгән. 4918 кеше теркәү үткән. Теркәлгәндән һуң 69 дәғүәсе төшөп ҡалған.

Урындағы советтарға кандидаттарҙың өстән бер өлөшө тиерлек (1290) үҙ-үҙен күрһәткән. «Берҙәм Рәсәй» — 1807, КПРФ — 582, ЛДПР — 411, «Ғәҙел Рәсәй» — 410, «Рәсәй патриоттары» — 154, ҡалған туғыҙ партия 100-ҙән аҙыраҡ кандидат тәҡдим иткән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.