Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

09.06.16

Мәғариф министрлығында — яңы министр урынбаҫары

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Филүс Минәзев республиканың мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында баш белгес, кәңәшсе вазифаһын биләгән.

Филүс Хәмитйән улы Минәзев 1972 йылда тыуған. Юғары белемле. 1994 йылда — Башҡорт дәүләт педагогия институтын (физика һәм математика белгеслеге), 2007 йылда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Илеш районы Үрге Йәркәй урта мәктәбендә математика һәм информатика уҡытыусыһы булараҡ башлаған. 1995 йылда — Илеш районы халыҡ депутаттары Советында баш белгес, 1996 йылда — Илеш урта мәктәбе директоры, 2001 йылда — Ҡәҙер ауыл хакимиәте башлығы, 2006 йылда — Үрге Йәркәй ауылының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры. 2008 йылдан алып әлегә тиклем Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында эшләгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/