Яңылыҡтар
12.05.16
Башҡортостанда ипотека кредитлауы темпы үҫә
Быйыл беренсе кварталда Башҡортостанда 9,29 миллиард һумлыҡ 6563 ипотека торлаҡ кредиты бирелгән. Уҙған йылдың ғинуар-март айҙары менән сағыштырғанда, ипотека займдары һаны, күләме 71,8 һәм 76,7 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Милли банкында белдерәләр.
Ипотека кредитының уртаса ставкаһы йылына — 12,8 процент, кредитлау срогы яҡынса 14,4 йыл тәшкил иткән. Былтыр ғинуар-март айҙарында иһә 15 процент һәм 14 йыл самаһы.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/