Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

23.12.15

Нефтекамала «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы буйынса тәүге йорт асылды

22 декабрҙә Нефтекамала «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» федераль программаһы буйынса төҙөлгән тәүге йорт асылды. 68 ғаилә фатир асҡыстары алды.

Бөгөн Нефтекамала «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы буйынса тәүге алты мең квадрат метр торлаҡ — 213 фатирҙың 142-һе файҙаланыуға тапшырылды. Ҡалған дүрт мең квадрат метры 2016 йылдың аҙағына тиклем сафҡа индереләсәк. Эштәрҙең заказсыһы — Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды. Бынан тыш, Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды ошо программа буйынса тағы ун мең квадрат метр торлаҡ төҙөй. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты — 2017 йыл. Нефтекамала «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы буйынса бөтәһе 20 мең квадрат метр торлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ.

Йортто асыу тантанаһында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Николай Гавва, Нефтекама хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов һәм «Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Дамир Миңлебаев ҡатнашты.

Башҡортостанда «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһын ғәмәлгә ашырыу 2014 йылдың декабрендә башланды. Программа сиктәрендә ҡатнашыусылар квадрат метры 35 мең һумдан артмаған эконом класлы торлаҡ һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Төбәк «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы буйынса торлаҡты сафҡа индереү күрһәткестәре буйынса 69 субъект араһында тәүге позицияны биләй.

Программала ҡатнашыусылар реестрына 3153 кеше индерелгән, шуларҙың 1159-ы өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе төҙөгән.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн проекттарҙы программаға индереү буйынса республиканың башҡа төҙөүселәре менән, шулай уҡ эконом класлы торлаҡ һатып алыуға хоҡуҡлы граждандар категорияһы исемлеген арттырыу буйынса эш дауам итә. Был исемлеккә 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр, шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшө аҡсалары системаһында ҡатнашыусылар инә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/