Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.12.15

Төбәктә уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы һәм пенсия күләме билдәле булды

Башҡортостанда уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы һәм пенсия күләме билдәле булды. Башҡортостанстат 2015 йылдың III кварталында халыҡтың килеме менән йәшәү минимумы күләменең нисбәте мәғлүмәттәрен килтерҙе. Яҡынса баһалауҙар буйынса, халыҡтың йән башына уртаса килеме айына 30 595,5 һумға тиң.

2015 йылдың III кварталында хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 25 496,6 һум тәшкил иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында республикала ул былтырғы менән сағыштырғанда 3,5 процентҡа артҡан һәм 25 165 һум тәшкил иткән. 2015 йылдың 1 октябренә уртаса айлыҡ пенсия күләме 11 430,0 һумға тиң.

Алдан хәбәр ителгәнсә, республика Хөкүмәте ҡарары менән 2015 йылдың III кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 8 643 һум күләмендә билдәләнгән. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул — 9 197, пенсионерҙарға — 7 037, балаларға 8 653 һум тәшкил иткән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.