Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

05.12.15

2016 йылда төбәктә уҡытыусылар электрон класс журналы менән эшләйәсәк

2016 йылда Башҡортостанда уҡытыусылар электрон класс журналы менән эшләйәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, киләһе йылдың 15 ғинуарына тиклем Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» порталында электрон журналды тултырыу өсөн техник мөмкинлек булдырырға тейеш. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу вице-премьер Салауат Сәғитовҡа йөкмәтелгән.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта төбәктәге 1362 дөйөм белем биреү мәктәбендә электрон журнал алып барыу мөмкинлеге бар, әммә әлегә бөтә уҡытыусылар ҙа яңы системаға күсмәгән.

Программа менән эшләгәндә һәр уҡытыусыға һәм ата-әсәләргә исем, пароль бирелә. Журналды тултырғанда бөтә кәрәкле мәғлүмәт шунда уҡ уҡыусының электрон көндәлегенә күсә, ата-әсәләргә баһалар, өйгә эш, уҡытыусыларҙың иҫкәртмәләре күренә. Әйткәндәй, балаларының электрон көндәлектәре булған күп кенә ата-әсәләр был яңылыҡҡа ыңғай ҡарай. Уларҙың фекеренсә, электрон көндәлектәр — баланың уҡыуҙа нисек өлгәшеүен күҙәтеү һәм өйгә эштең үтәлешен контролдә тотоу мөмкинлеге.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.