Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.10.15

Республикала 2016 йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө билдәләнде

Башҡортостанда 2016 йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө билдәләнде. 2015 йылдың 26 октябрендә республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйылды.

«Башҡортостан Республикаһында байрамдар һәм иҫтәлекле даталар тураһында»ғы Законға ярашлы, 2016 йылда 5 июль — Ураҙа байрамы һәм 12 сентябрь — Ҡорбан байрамы көндәре тип иғлан ителә.

Ураҙа байрамы — Рамаҙан айының тамамланыуы хөрмәтенә билдәләнгән ислам байрам. Ул Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынан, 624 йылдан, байрам ителә.

Ҡорбан байрамы — хаж тамамланыуын белдергән ислам байрамы. Ул Ураҙа байрамынан һуң 70 көн үткәс, Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.