Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.10.16

1 ноябрҙә төбәктә киҙеүгә ҡаршы вакцинация тамамлана

1 ноябрҙә республикала киҙеүгә ҡаршы вакцинация тамамлана. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республикала яҡынса 1 миллион 100 мең кешегә, шул иҫәптән 116 меңдән ашыу балаға прививка яһалған. План буйынса ноябргә 300 мең балаға киҙеүгә ҡаршы бушлай прививка эшләнергә тейеш.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күҙаллауынса, быйылғы миҙгелдә вирустың яңы штаммы көтөлә. Шуға бәйле эпидемия миҙгеле башланғанға тиклем вакцинация үтеү мөһим. 2017 йылдың ғинуар аҙағында сирҙең эпидемик күтәрелеше күҙәтелеүе ихтимал.

Белешмә. Йыл һайын Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыуҙың 1 миллион осрағы теркәлә. Инфекция сирҙәренең дөйөм структураһында сирҙең өлөшө 94-96 процент тәшкил итә. Киҙеү эпидемияһы осоронда республика халҡының 3-9 проценты ауырый. Быйыл ғинуар-февраль айҙарында 157 мең кеше сирләгән. Иҡтисади зыян 270 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.