Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

13.10.16

Төбәктә гәзит-журналдарға яҙылыу башланды

Башҡортостанда гәзит-журналдарға яҙылыу башланды, тип хәбәр итә Федераль почта хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы. 13-23 октябрҙә яҙылыусыларға ташлама яһала. Шулай уҡ гәзит-журналдар ташыу өсөн үҙәк баҫмаларға — 10, республика һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларына 15 процентҡа тиклем ташлама ҡаралған.

Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы янындағы Төбәк баҫма киң матбуғат саралары буйынса эксперт советы исемлегенә ингән баҫмаларға ташлама ике тапҡырға (15 проценттан 30 процентҡа тиклем) артты. Уға 112 республика баҫмаһы инә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.