Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

19.10.16

Нефтекама табиптары илдәге иң яҡшы терапевтарҙың тәүге рейтингына инде

Башҡортостан табиптары илдәге иң яҡшы терапевтарҙың тәүге рейтингына инде. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова һәм «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты етәкселеге ҡатнашлығындағы презентация барышында тикшеренеү һөҙөмтәләре иғлан ителде.

Тикшеренеүҙә 80 миллион самаһы кешене хеҙмәтләндергән поликлиникалар ҡатнашты. Яҡынса 47 мең терапевтың һәм дөйөм практика табибының эш һөҙөмтәләре баһаланды. Рейтингка 37 мең самаһы белгес ингән.

Рейтингтың маҡсаты — сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә стимул биреү генә түгел. Артабан уның һөҙөмтәләре табиптарҙы матди дәртләндергән саҡта иҫәпкә алынырға мөмкин.

Рәсәйҙең иң яҡшы 500 терапевы исемлегенә илдең 69 төбәгенән табиптар ингән. Башҡортостандан 15 белгес бар. Улар араһында — Өфөнән алты (18-се ҡала клиник дауаханаһы, 47-се, 50-се, 52-се поликлиникалар), Стәрлетамаҡтан дүрт (2-се ҡала дауаханаһы, 3-сө ҡала клиник дауаханаһы, 1-се клиник дауаханаһы), Нефтекаманан ике, шулай уҡ Бәләбәйҙән, Туймазынан, Асҡарҙан берешәр табип.

Вице-премьер Ольга Голодец башҡа табиптар буйынса ла ошондай рейтингтар төҙөргә тәҡдим итте. Киләсәктә уларҙың уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн дә төҙөлөүе ихтимал.

Рейтинг Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында баҫылған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.