Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.10.16

Рәсәйҙә Экология йылының рәсми эмблемаһы раҫланды

Рәсәйҙә Экология йылының рәсми эмблемаһы раҫланды. Тейешле федераль һәм төбәк саралары өсөн берҙәм брендты Рәсәй Президентының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле, илдә Экология йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Сергей Иванов раҫланы.

Эмблеманы Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы заказы буйынса Stellar агентлығы әҙерләгән. Ведомство башлығы Сергей Донской әйтеүенсә, 2017 йыл Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә эмблема тәбиғәт объекттарының байлығын, үҙенсәлеген, шулай уҡ илдә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса тырышлыҡты сағылдыра.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.