Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

03.11.16

Хеҙмәт министрлығы әсәлек капиталын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙы

Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы әсәлек капиталын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙы. 4 ноябрҙән, Хеҙмәт министрлығының бойороғо көсөнә ингәс, ҡатын-ҡыҙҙарға сертификат юллау өсөн аҙыраҡ белешмәләр йыйырға кәрәк.

«Рәсәй гәзите» хәбәр итеүенсә, хәҙер әсәнең торған урыны һәм гражданлығы тураһында мәғлүмәт Эске эштәр министрлығынан Рәсәй Пенсия фондына туранан-тура килә.

Ғаризаны Пенсия фондында, күп функциялы үҙәктәр, почта аша йәки интернет ярҙамында бирергә мөмкин. Был пункт осраҡлы түгел, сөнки Рәсәй граждандары ғына әсәлек капиталын алырға хоҡуҡлы.

Бөгөн электрон сервистар — дәүләт хеҙмәттәре сайты һәм Пенсия фонды порталында шәхси кабинет ғаризалар ҡабул итә. Әгәр әсәнең электрон ҡултамғаһы бар икән, ул сертификат алыу өсөн ебәрелгән документтарҙы шуның менән нығыта ала. Булмаһа, фондҡа йәки күп функциялы үҙәккә барырға кәрәк.

Әсәлек капиталы суммаһынан 25 мең һумды алыуға ғариза биреү өсөн ошо учреждениеларға барыу талап ителмәй. Уны интернет аша ла ебәрергә мөмкин. Бындай ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.