Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

07.11.16

Рөстәм Хәмитов: «Илебеҙ халҡы күп тапҡыр, берҙәмлек күрһәтеп, уны дошмандарҙан ҡотҡарған»

4 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған митингта сығыш яһаны.

– Барыһын да Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым. Ошо байрамды 11-се тапҡыр ғына билдәләйбеҙ. Әммә был көн тамырҙары менән тарихҡа барып тоташа. Илебеҙ халҡы күп тапҡыр, берҙәмлек күрһәтеп, уны дошмандарҙан ҡотҡарған, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгө көн дә бергәләп эшләүебеҙҙе, илде һәм республиканы алға ебәреүебеҙҙе күрһәтә, тип әйткем килә. Башҡортостанға килгәндә, беҙҙә финанс, төҙөлөш, инвестиция, яңы проекттар әҙерләү йәһәтенән хәлдәр һәйбәт. Әлбиттә, һеҙҙең менән республикабыҙ алға барһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышабыҙ.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн байрам концерты ойошторолдо, республикалағы тарихи-мәҙәни һәм милли-мәҙәни үҙәктәрҙең күргәҙмәләре эшләне. Төбәк етәксеһе митингта ҡатнашыусылар менән аралашты һәм күргәҙмәләр экспозицияһы менән танышты.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.