Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.11.16

Төбәктә аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр өҫтәмә ярҙам аласаҡ

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк.

Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, муниципаль ҡаҙналар аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусыларға социаль ярҙам күрһәтеү өсөн 25,4 миллион һумлыҡ субвенция аласаҡ. Был — «Мәғариф» бүлеге буйынса бюджет ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу арҡаһында Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан экономияланған аҡса.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, аҡса мәктәп формаһын һатып алыуға йүнәлтелә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.