Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

14.11.16

2017 йылда төбәктә 17 байрам көнө ялға тура килә

Башҡортостанда 2017 йылға байрам көндәре билдәләнде. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар — Яңы йыл каникулдары,

7 ғинуар — Христос Раштыуаһы,

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө,

8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө,

1 май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы,

9 май — Еңеү көнө,

12 июнь — Рәсәй көнө,

25 июнь — Ураҙа байрамы,

1 сентябрь — Ҡорбан байрамы,

11 октябрь — Республика көнө,

4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө яңы йылда Башҡортостанда ял көндәре булып тора.

Алдан хәбәр ителгәнсә, киләһе йылда бер нисә байрам ял көндәренә тура килә. Шуға күрә йәкшәмбе, 1 ғинуарҙағы ял көнөн йома, 24 февралгә һәм шәмбе, 7 ғинуарҙан дүшәмбе, 8 майға күсерергә тәҡдим ителә.

Шулай итеп, 2016 йылдың 31 декабренән 2017 йылдың 8 ғинуарына тиклем, 23-26 февраль, 8 март, 29 апрель – 1 май, 6-9 май, 10-12 июнь, 4-6 ноябрь ял көндәре буласаҡ тип күҙаллана.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.