Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.11.16

Рөстәм Хәмитов Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

15 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостафа Сафа улы Кәримовтың (Мостай Кәримдең) тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенә ойоштороу комитетын төҙөргә, 2019 йылда үтәсәк юбилей сараларының планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды.

Указдың үтәлешен контролдә тотоу республика Башлығы Хакимиәтенә йөкмәтелде.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.