Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

22.11.16

30 ноябрь — әсәлек капиталы иҫәбенән 25 мең һум аҡса алыуға ғариза биреүҙең һуңғы көн

30 ноябрҙә әсәлек капиталы иҫәбенән бер тапҡыр 25 мең һум аҡса алыуға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты тамамлана. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендәге матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Электрон ғаризаларҙы Рәсәй Пенсия фондының сайтында бирергә мөмкин.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың ҡала һәм райондарында Рәсәй Пенсия фонды идаралыҡтарына 40 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, улар буйынса 804 миллион һум аҡса күсерелгән. Өҫтәүенә 1,8 меңдән ашыу ғариза электрон төрҙә килгән.

Төбәктә әсәлек (ғаилә) капиталына 253,7 меңдән ашыу дәүләт сертификаты тапшырылған. Әле 136 меңдән ашыу сертификат хужалары бер йәки бер нисә йүнәлеш буйынса капиталды тулыһынса тотонған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.