Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

23.11.16

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәктә дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртә. 23 ноябрҙә көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең секундына 15-20 метрға етеүе көтөлә, тип хәбәр итә ведомство, республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап.

Ел көсәйгән осраҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы биналарҙан сыҡмаҫҡа, ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенергә кәңәш итә. Көслө елдән йорт стеналары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа материал киҫәктәренең төшөүе мөмкин. Шулай уҡ электр линиялары, туҡталыштар, реклама таҡталары, төҙөлөп бөтмәгән биналар, ағастар тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк. Электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн тикшереү зарур.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.