Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.11.16

Башҡортостан Башлығы республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән декабрь айында сығыш яһай

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауҙы 30 ноябрҙән декабргә күсерергә ҡарар итте. Был 1 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауына бәйле. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Аныҡ дата һуңғараҡ билдәле була.  

Бынан алда республиканың киләһе йылға төп документын иғлан итеү Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының ноябрҙәге пленар ултырышына билдәләнгәйне.

Былтыр Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән 26 ноябрҙә сығыш яһаны. Республика етәксеһенең сығышында төп урынды иҡтисад мәсьәләләре биләне, сөнки тап иҡтисад мәҙәниәт, мәғариф, тәрбиә менән бәйле мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүҙең нигеҙе булып тора.

Мөрәжәғәтнамәлә инновациялы нигеҙҙә төҙөлөргә тейешле иҡтисадтың мөмкинлектәренә ҙур иғтибар бүленде. Импортты алмаштырыу буйынса бурыстар ҡуйылды. Республика граждандарында, тәү сиратта йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү тураһында ентекле әйтелде. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына ла байтаҡ һорауҙар булды.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.