Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.12.16

Рөстәм Хәмитов: «Президент халыҡтың көндәлек тормошона ҙур иғтибар бүлде»

1 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһау тантанаһында ҡатнашты.

– Президент граждандарҙың көндәлек тормошона ҙур иғтибар бүлде. Социаль, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре. Был бик мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төбәк башлыҡтарына эштең сифатын кәметмәү, халыҡҡа ҡаршы барыу, күп һанлы мәсьәләләрҙе хәл итеү, бергәләп алға барыу бурысы йөкмәтелде.

Төбәк етәксеһе Президенттың ирекле иҡтисади үҫеш кәрәклеге хаҡындағы тезисын мөһим тип билдәләне.

– Әлеге осраҡта ошо динамиканы үҫтерергә ярҙам иткән барлыҡ саралар ҙа яҡшы. Бөгөнгө тотороҡлоҡ һәйбәт, ләкин беҙгә өс-биш процент үҫеш кәрәк. Бының өсөн баҙарҙар, ресурстар, банк берләшмәһе бар, – тине республика Башлығы. – Беҙ ярайһы уҡ ышаныслы эшләйбеҙ. Бурыстарыбыҙ күп түгел. Төбәктәрҙең ҡаҙна тәьминәтендә тигеҙләнеш булыр, тип өмөтләнәм. Көслө булһаҡ та, халыҡтың килеме юғары түгел. Ил төбәктәре исемлегенең уртаһында барабыҙ.

Республика алдында социаль өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса байтаҡ мөһим бурыс тора, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Мәҫәлән, 2025 йылға тиклем республика мәктәптәрендә икенсе сменаны тулыһынса бөтөрөү ҡаралған.

– Ике ҙур объект – онкология һәм кардиология үҙәктәрен төҙөү күҙаллана. Беҙгә 2019-2020 йылдарға тиклем яҡынса 6-7 миллиард һум аҡса кәрәк. Федераль үҙәк ярҙам итергә вәғәҙәләне, – тине Башҡортостан Башлығы. – Ауыл еренә табиптарҙы йәлеп итеү өсөн өҫтәп аҡса түләйбеҙ. Әммә унда табиптар ғына түгел, урта медицина персоналы ла кәрәк. 2017 йылдан 100-150 самаһы кешене ауылға ебәрәбеҙ. Уларға 250-400 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтелә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.