Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.12.16

Башҡортостан – илдең иң спорт төбәктәре иҫәбендә

Башҡортостан биш иң спорт төбәк исемлегенә инде. Белгестәр спорт инфраструктураһы объекттарын, республикала уҙғарылған чемпионаттар иҫәбен, халыҡтың спорт менән әүҙем шөғөлләнеүен баһалаған, тип хәбәр итә РБК-Уфа.

Был рейтингты «Совет спорты» баҫмаһы әҙерләгән. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре исемлегендә дүртенсе урынды биләй. Беҙҙән алда Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Татарстан.

«Төп критерийҙар сифатында спорт инфраструктураларының иҫәбе һәм хәле, төбәктәрҙә уҙғарылған төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге ярыштарҙың һаны, төбәк һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа даими рәүештә сығыш яһаусы командарҙың дөйөм иҫәбе тикшерелгән», –  тип аңлата рейтингты төҙөүселәр.

Шулай уҡ экперттар төбәк халҡының ни тиклем спорт сараларында әүҙем ҡатнашыуын, ГТО нормаларын тапшырыуын баһалаған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.