Яңылыҡтар

11.01.17

13 ғинуарҙа Башҡортостанда пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге түләүҙе таратыу башлана

13 ғинуарҙа Башҡортостанда пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге түләүҙе таратыу башлана

13 ғинуарҙа Башҡортостанда пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе таратыу башлана. Республикалағы Федераль почта элемтәһе идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, ошо сумманы 1,5 миллион кеше аласаҡ. «Түләүҙәр 2016 йылдың 31 декабренә хаҡлы ялда булған кешеләргә тапшырыла. Бының өсөн Пенсия фондына мөрәжәт итеү талап ителмәй», — тип аңлатма бирҙеләр төбәктәге Федераль почта элемтәһе идаралығында.

График буйынса 13-нән пенсия алған оло йәштәгеләргә түләү пенсия менән бергә бирелә. Айҙың тәүге яртыһында пенсия алғандарға биш мең һум 13 ғинуарҙан 28-нә тиклем таратыла.

Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе таратыу 12 ғинуарҙа уҡ башлана. «Әгәр кеше өйҙә булмаһа, почтальон почта йәшнигендә тейешле белдереү ҡағыҙы ҡалдыра. Пенсионер ошо түләүҙе 28 ғинуарға тиклем үҙенең почта бүлексәһендә алырға мөмкин йә иһә почтальон уны февраль пенсияһы менән бергә килтерә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.