Яңылыҡтар

19.01.17

Республикала Экология йылының планына 118 сара ингән

2017 йылда Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы планына атмосфера һауаһын, һыу объекттарын, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау, шулай уҡ халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү өлкәһендә 118 сара ингән. Был хаҡта матбуғат конференцияһында төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев һөйләне.

Планлаштырылған сараларҙың барыһын да халыҡ, йәмәғәт ойошмалары, ҡала һәм район муниципалитеттары, предприятиелар тәҡдим иткән. «Экология йылы ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә, тирә-яҡ мөхиткә тәьҫир итеүҙе нормалаштырыуҙа һәм иң яҡшы технологиялар индереүҙә, контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегендә барған үҙгәрештәр осорона тура килде, — тип билдәләне министр. — Быларҙың һәммәһе лә илдә һәм республикала артабанғы экология сәйәсәтенең ныҡлы нигеҙе булып тора».

2017 йылда Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһының ярын нығытыу өсөн федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 100 миллион һәм республика бюджетынан 890 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау өлкәһендәге сараларға ҙур иғтибар бүленә. «Парктар маршы» республика конкурстарын, «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты биләмәһендә солоҡсоларҙың республика слетын, ҡурсаулыҡ урындары буйлап «Изге утрауҙарҙың дуҫтары» экологик марафонын үткәреү ҡаралған. Быйыл «Ирәмәл» һәм «Алтын солоҡ» тәбиғәт парктарында мобиль бәйләнеш булдырылырға тейеш, «Ҡандракүл» паркында парковка урындары һәм янғын ҡоролмаһы төҙөлә.

Республикала «Шүлгәнташ» биләмәһендә һәм эргә-тирәләге тәбиғәт объекттарында геопарктар булдырыуҙың халыҡ-ара тәжрибәһе тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат — туристарҙы йәлеп итеү һәм рекреацияны үҫтереү.

Йыл дауамында экологик белем биреү өлкәһендә «Ҡағыҙ шау-шыуы», «Йәшел сессия» акцияларын, Башҡортостандың төҙөк ауыл биләмәләре һәм иң яҡшы мәктәп урмансылығы конкурстарын ойоштороу күҙаллана.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.