Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.01.17

Әсәлек капиталы күләме 2016 йылғы кимәлдә ҡала — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды

2017 йылда әсәлек капиталы күләме былтырғы кимәлдә ҡала һәм 453 026 һум тәшкил итә. 2018 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләлә икенсе йәки артабанғы сабыйҙың тыуыуы әсәлек капиталына хоҡуҡ бирә. Әммә сертификатты алыу һәм аҡсаны тотоноу ваҡыты сикләнмәгән.

Аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы уҡытыуға, әсәнең буласаҡ пенсияһына, шулай уҡ инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға йүнәлтергә мөмкин.

«2007 йылдан республикала 260 мең дәүләт сертификаты тапшырылған. Ошо ваҡыт эсендә балалары булған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә киткән сығымдар 72 миллиард һум тәшкил иткән», — тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров.  

Уның әйтеүенсә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға — 67,5 миллиард, белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеүгә, пенсияның тупланма өлөшөн булдырыуға, инвалид балаларҙы йәмғиәттә социаль яраҡлаштырыуға — 371,6 миллион, бер тапҡыр бирелә торған түләүгә 4 миллиард һум йүнәлтелгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.