Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

26.01.17

Төбәктә күсемһеҙ милек тураһында мәғлүмәттәрҙе онлайн режимда алырға мөмкин

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең сайтында Күсемһеҙ милектең берҙәм реестрынан онлайн режимда мәғлүмәттәр биреү һәм документтар ҡабул итеүгә алдан яҙылыу буйынса яңы ике сервис эшләй башланы.

«Онлайн режимда күсемһеҙ милек объекттары буйынса мәғлүмәт» сервисы тиҙ арала Күсемһеҙ милектең берҙәм реестрынан күсемһеҙ милек — кадастр хаҡы, объекттың күләме һәм урынлашҡан урыны, теркәлгән хоҡуҡтарҙың булыу-булмауы, уларҙың сикләүҙәре тураһында мөһим мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, ҡыҙыҡһындырған объектты кадастр һәм шартлы номер, хоҡуҡтың адресы йәки номеры буйынса табырға мөмкин.

«Офистар һәм ҡабул итеү бүлмәләре. Ҡабул итеүгә алдан яҙылыу» сервисы «Росреестр» хеҙмәттәрен алыу өсөн визитты планлаштырырға мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ сайтта «Һорауҙарҙың башҡарылыуын тикшереү», «Электрон документты тикшереү» сервистары эшләй, тип хәбәр иттеләр «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.