Яңылыҡтар

01.02.17

Башҡортостанда Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә делегация төҙөлә

2017 йылдың 14-22 октябрендә Сочи ҡалаһында XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале ойошторола. Фестивалгә 150 илдән 20 мең кеше килә. Донъя йәштәрен берләштергән байрамға коммерцияға ҡарамаған сектор, фән, ижад, спорт, педагогика, IT, сәйәсәт өлкәләрендәге йәш лидерҙар, иң яҡшы студенттар, Рәсәй мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған милләттәштәребеҙ һәм сит ил вәкилдәре йыйыла.

Сарала Башҡортостандан 250 кешенән торған делегация ҡатнаша, улар араһында 50 ирекмән бар, тип хәбәр иттеләр республиканың Йәмәғәт палатаһында. Ҡатнашыусыларҙы белем биреү, мәҙәни һәм дискуссия программаһы  көтә.

Унда ҡатнашыу йәки волонтер (18- 35 йәшлектәр) булыу өсөн сайтта ғариза ҡалдырырға кәрәк. Шулай уҡ «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы аша теркәлергә мөмкин.

Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленең маҡсаты — донъялағы йәштәр берләшмәләрен туплау, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, милләт-ара һәм мәҙәни-ара эш итеүҙе үҫтереү. Рәсәйҙә фестиваль ике тапҡыр — 1957 һәм 1985 йылдарҙа ойошторолдо.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.