Яңылыҡтар

02.02.17

Республиканың Күп функциялы үҙәктәрендә паспорттар бирелә башланы

1 февралдән республикала Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең 15 офисында Рәсәй паспорттары бирелә башланы.

Элек Күп функциялы үҙәк офистары аша документтар тапшырыла ғына, ә паспорттар Федераль миграция хеҙмәте идаралығында бирелә ине.

Хәҙер рәсмиләштерелгән Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттарын түбәндәге адрестар буйынса алырға мөмкин:

Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 8;

Өфө ҡалаһы, Интернациональ урамы, 113;

Өфө ҡалаһы, Г.Мушников урамы, 17;

Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5;

Октябрьский ҡалаһы, Кортунов урамы, 15;

Туймазы ҡалаһы, Салауат Юлаев урамы, 69а;

Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 83;

Салауат ҡалаһы, Ленин урамы, 11;

Талбазы ауылы, Ленин урамы, 113;

Нефтекама ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 59;

Дүртөйлө ҡалаһы, Матросов урамы, 1;

Ағиҙел ҡалаһы, Тәүге төҙөүселәр урамы, 7а;

Николо-Березовка ауылы, Төҙөүселәр урамы, 33;

Сибай ҡалаһы, Горький урамы, 74;

Мәсәғүт ауылы, И.Усов урамы, 3.

Киләсәктә Рәсәй паспорттарын Башҡортостан Республикаһы буйынса Күп функциялы үҙәктең бөтә «Минең документтарым» офистарында бирә башлау күҙаллана.

Тулыраҡ мәғлүмәт – Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк сайтында.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.