Яңылыҡтар

07.02.17

Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле юғары булған төбәктәр төркөм&a

Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле юғары булған төбәктәр төркөмөнә инде. Йыл һайын Ғилми-тикшеренеү финанс институты Рәсәй Финанс министрлығы заказы буйынса ил субъекттарында бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәлен баһалай. Баһалау һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй төбәктәренең рейтингы төҙөлә.

2016 йыл өсөн рейтинг йомғаҡтары буйынса Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле юғары булған төбәктәр төркөмөнә инде һәм ил төбәктәре араһында — 17-се, Волга буйы федераль округында иһә дүртенсе урын биләне.

Башҡортостан түбәндәге баһалау йүнәлештәрен ғәмәлгә ашырыу буйынса урындағы рейтингтарҙың лидеры булараҡ билдәләнгән: «Бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү» — 10 максималь балдан 10 балл; «Бюджетты үтәү тураһында ике аралағы отчет һәм аналитик мәғлүмәттәр» — 22 максималь балдан 22 балл; «Бюджет проекты һәм уға материалдар» —  26 максималь балдан 21 балл — был номинацияла республика балдар һаны буйынса илдә беренсе урын алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.