Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.02.17

Килем тураһында мәғлүмәттәрҙе 2 майҙан да һуңға ҡалмайынса тапшырырға кәрәк – Федераль һалым хе

Физик берәмектәрҙең килеменә һалым буйынса Декларация кампанияһы башланды, тип иҫкә төшөрә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы. Өс йыл милкендә булған мөлкәтте һатыуҙан (2016 йылдың 1 ғинуарынан һуң һатып алынған күсемһеҙ милеккә — биш йыл), шулай уҡ фатир йәки бүлмәне ҡуртымға биреүҙән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килем алыусылар апрель аҙағына тиклем һалым декларацияһын тапшырырға тейеш. Тулы исемлек Рәсәй Һалым кодексының 208-се статьяһында бирелгән.  

Быйыл 2016 йыл өсөн 3-НДФЛ формаһы буйынса физик берәмектәрҙең килеме тураһында һалым декларацияһын 2 майҙан да һуңға ҡалмайынса йәшәгән урын буйынса һалым органына тапшырыу шарт (сөнки 30 апрель ял көнөнә тура килә).

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.