Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

13.02.17

Башҡортостанда бала тыуғанда йәш ғаиләләргә 300-шәр мең һум аҡса бирелә

2017 йылдан республикала тәүге балалары тыуған йәш ғаиләләр торлаҡ һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙам ала башлай. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитет башлыҡтары менән уҙғарған демография мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.

— Оҙаҡламай бала тыуғанда йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға быйылдан 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙәр хаҡындағы Указға ҡул ҡуям, – тине Рөстәм Хәмитов. – Муниципаль райондарға һәм ҡала округтарына ла үҙ ярҙам саралары өҫтөндә эшләргә кәрәк, тип иҫәпләйем. Республика предприятиелары һәм ойошмалары ла ситтә ҡалмаҫҡа тейеш.

Шул уҡ ваҡытта тыуымды дәртләндереү өсөн матди сара ғына булырға тейеш түгел, тип билдәләне республика Башлығы.

— Бында барыһы ла мөһим – тәү сиратта лайыҡлы һәм тотороҡло эш хаҡы менән эш урындары, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге, уңайлы социаль һәм транспорт инфраструктураһы, мәҙәни мөхит, сәләмәт экологик хәл, йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм урындарҙа башҡа тормош сифатын билдәләүсе факторҙарҙы булдырыу зарур, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әсәлек, аталыҡ, ғаилә, сәләмәт тормош ҡиммәттәрен нығытыу буйынса маҡсатлы идеологик эш талап ителә, айырыуса йәштәр менән. Мәғариф учреждениелары, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары, күргәҙмәле агитация ошо йүнәлештә эшләргә тейеш.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.