Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

14.02.17

Республикала эшһеҙҙәр һаны бер аҙ артҡан

Йыл башы менән сағыштырғанда Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны бер аҙ артҡан һәм 24 мең самаһы кешегә еткән.

Хәҙер республиканың вакансиялар банкында 32 меңдән ашыу эш урыны иҫәпләнә.

Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,18 процент тәшкил итә.

Дөйөм алғанда, 2016 йылда Башҡортостандағы ҡала һәм район халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә 88,6 мең кеше эш эҙләп мөрәжәғәт иткән. 2015 йылда иһә 95,5 мең. Уларҙың 10,1 меңе — ойошма ябылыу сәбәпле йәки хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартыуға бәйле эшенән бушатылғандар. 2015 йылда төбәктә 12,9 мең шундай хеҙмәткәр иҫәпләнгән.

Былтыр республикала йәшәгән 49,3 мең кеше эшһеҙ статусын алған, был 2015 йылға ҡарағанда һигеҙ процентҡа аҙыраҡ. Теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 2016 йыл аҙағына 23,6 мең кешегә еткән, был йыл башы менән сағыштырғанда 9,5 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

Былтыр йыл аҙағына эшһеҙлек осоро уртаса биш айҙан ашыу дауам иткән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.