Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.02.17

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙәр программаһы 1 млрд һумдан ашасаҡ – Рөстәм Хәмитов

Бала тыуғанда йәш ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙәр программаһы 1 миллиард һумдан ашасаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.

– Хәҙер беҙ республика Башлығы Указы проектын әҙерләйбеҙ, уға ярашлы беренсе балаһы тыуған йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Тәү сиратта исемлеккә торлаҡҡа мохтаждар индерелә, ә ундайҙар беҙҙә күп, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был программа 1 миллиард һумдан ашасаҡ. Шундай мөмкинлегебеҙ булыуы һәйбәт, уҙған йылда республика бюджеты профицит менән үтәлде.

Әлеге ваҡытта указдың тексы ентекле өйрәнелә, тип хәбәр итте төбәк Башлығы.

– Ғәҙелһеҙлектәргә, етешһеҙлектәргә юл ҡуймау өсөн ошо указ өҫтөндә эшләйбеҙ. Атап әйткәндә, 2017 йылдан башлап ғаиләләргә ярҙам күрһәтеләсәк тип белдергәйнек. Мин йәш әсәләрҙән бер нисә хат алдым. «Балам 2016 йылдың декабрендә тыуҙы. Минең ошо ярҙамға хоҡуғым юҡмы ни?», тип яҙа улар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай ҡапма-ҡаршылыҡтар булырға тейеш түгел, әлбиттә. Мөмкин тиклем күберәк йәш әсәләргә, атайҙарға ярҙам күрһәтергә һәм тәүге осорҙа уларға аяҡҡа баҫырға ярҙам итергә бурыслыбыҙ.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.