Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.02.17

Башҡортостан — мобиль бәйләнештең арзанлығы буйынса илдә 49-сы урында

Республика мобиль бәйләнештең арзанлығы рейтингында Рәсәй төбәктәре араһында 36-сы урындан 49-сы урынға төштө, тип хәбәр итә РБК-Өфө. Рейтингта мобиль операторҙар хеҙмәте пакетының уртаса хаҡы һәм халыҡтың килеме иҫәпкә алынған.

Былтырғы кеүек үк иң арзан мобиль бәйләнеш Төмән өлкәһендә. Шулай уҡ тәүге өсәү иҫәбенә Мәскәү (быға тиклем һигеҙенсе урынды биләй ине) һәм Иркутск өлкәһе (бынан алда бишенсе урын) инде. Волгоград, Һарытау һәм Киров өлкәләре исемлектең аҙағында килә.

Арзанлыҡ индексының динамикаһы күп осраҡта тарифтарҙың хаҡына ҡарағанда халыҡтың килеме үҙгәреүгә бәйле булды, сөнки «операторҙар хаҡты түгел, йөкмәткене үҙгәртеүҙе өҫтөнөрәк күрә: тарифтарҙы түбән абонент түләүе менән яһай, ләкин күләме буйынса абоненттарҙың талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр пакеты менән тултыра», тип билдәләне тикшереү авторҙары.  

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.